“Шатлыҡ”тар күңел аса:
Ал ҡояш күгебеҙҙә.
Килегеҙ, дуҫтар, ҡунаҡҡа,
Һабантуй бөгөн беҙҙә!
Һабантуй Батырының байрамға килеүе уға тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе. Батырҙың ҡолғаһына һәр төркөм балалары үҙҙәре алып килгән таҫма, ҡулъяулыҡтарҙы изге теләктәр теләп бәйләнеләр.
Байрамды асып ебәргәс, милли уйындар үтәсәк майҙансыҡтарға ашыҡты балалар. “Ат сабышы”, “Күнәктәр менән һыу ташыу”, “Тоҡ менән алыш”, “Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү”, “Көршәк ватыу” кеүек уйындарҙа ихлас ҡатнаштылар. Сара һуңында һабантуй Батыры барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе. Байрам күмәк бейеү менән тамамланды.
Рәмзиә МУСИНА.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.