-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

“Һәр көнөм лагерҙа – иҫтәлекле”

Шулай тип һөйләй Әбйәлил районында урынлашҡан “Ирәндек” лагерында ял итеүсе Нэля Әхтәмова. Ул – Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең VI cиныф уҡыусыһы.

“Һәр көнөм лагерҙа – иҫтәлекле”
“Һәр көнөм лагерҙа – иҫтәлекле”

 – Лагерҙа ныҡ күңелле. Иң мөһиме, беҙҙең ҡулдарҙа телефон юҡ. Хәҙер өйрәнеп тә киттек инде.  Ә телефон булмағас, беҙгә нығыраҡ ҡыҙыҡлы әле. Ашханала эшләүсе ашнаҡсы апайҙар тәмле итеп ашата. Ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәйҙәр! Ҡыҫҡаһы, барыһы ла ныҡ шәп! Көн һайын дискотека! Бына шулай ҡыҙыҡлы башланып китте минең йәйге ялым, – ти Нэля Әхтәмова.

Ҡалай һәйбәт!  Ялдарығыҙ матур үтһен!

“Һәр көнөм лагерҙа – иҫтәлекле”
“Һәр көнөм лагерҙа – иҫтәлекле”
“Һәр көнөм лагерҙа – иҫтәлекле”
“Һәр көнөм лагерҙа – иҫтәлекле”
“Һәр көнөм лагерҙа – иҫтәлекле”
“Һәр көнөм лагерҙа – иҫтәлекле”
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: