Бөгөн беҙ Баймаҡ районының Азамат Тажетдинов исемендәге 2-се Этҡол мәктәбе уҡыусылары менән осраштыҡ. "Арғымаҡ" көндөҙгө ял һәм һауыҡтырыу үҙәге 21 июнгә тиклем эшләйәсәк әле. Етәксеһе – Замира Фәрит ҡыҙы Арыҫланова. Лагерҙа 3 отрядҡа бүленеп, бөтәһе 60 бала һаулығын нығыта. Бик яҡшы. Бөгөнгө сара ла улар өсөн бик иҫтәлекле булды. Ял итеүселәр рәхәтләнеп бейене, йырланы һәм иҫтәлеккә фотоға ла төштө. Сара аҙағында балалар яратҡан “Йәншишмә” гәзитенә дәррәү яҙылды.
Афарин, бәләкәй этҡолдар!
Был хаҡта тулыһынса гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.