Физкультура уҡытыусылары Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡонов менән Рәсих Рәфис улы Дауытов онотолмаҫлыҡ экскурсия ойошторҙо. Беҙ Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булдыҡ, Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөнөк, паркта велосипедтарҙа елдерҙек, картингта бәләкәй машиналарҙа уҙыштыҡ.
Был сәйәхәттең бағыусыларына – райондашыбыҙ Харис ағай Исхаҡов менән Ишембай районынан Азат ағай Монасиповҡа ҙур рәхмәт.
Ике көн буйы Өфөгә һоҡланып туя алманыҡ, әммә ауылыбыҙҙы ла һағынырға өлгөрҙөк. Тыуған яҡ барыбер үҙенә тарта.
Илгизә ЙӘҺҮҘИНА,
IX синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Әбделмәмбәт мәктәбе.