Беҙ ҙә, X синыф уҡыусылары, Нөгөш йылғаһына сәйәхәткә юлландыҡ. Нөгөш һыуһаҡлағысы Мәләүез районыны Нөгөш ауылы эргәһендә “Башҡортостан” милли паркында урынлашҡан. Тирә-яҡтағы тәбиғәттең байлығы, хозурлығын һөйләп бөткөһөҙ! Бейек ташлы тауҙар, киң һәм тәрән йылға, ғорур һәм мөһабәт ағастар! Йылға буйлап катамаран, теплоход, катерҙар йөҙә.
Шулай уҡ ял итеү урындары бик күп. Һәр ял итеүсегә өҫтәл-эскәмйәләр ҙә ҡуйылған. Беҙ ҙә, синыфташтар менән бергәләп, катерҙа йөрөнөк. Нөгөш буйы тәбиғәтенең иҫ китмәле матур булыуына ихлас һоҡландыҡ. Ямғыр яуыуынан да ҡурҡып торманыҡ әле, рәхәтләнеп һыу төштөк.
Беҙгә матур һәм иҫтәлекле ял ойошторғаны өсөн гимназия директоры Г. М. Монасиповаға, синыф етәкселәребеҙ Э.С. Ҡунафинаға, О.Ф. Муллағилдинаға һәм атай-әсәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
X синыф уҡыусылары.
Ғафури районы, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназия уҡыусылары.