-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

“Һау бул, лагерь, тағы килербеҙ!” – ти талбазылар

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының ял һәм һауыҡтырыу “Йәйләү” үҙәгенә 30 бала йөрөнө. Етәкселәре – Светлана Радик ҡыҙы Әхмәрова. Балалар үҙҙәренә бик күп файҙалы мәғлүмәт туплап, матур һәм иҫтәлекле ял итеп,  өйҙәренә таралышты.

“Һау бул, лагерь, тағы килербеҙ!” – ти талбазылар
“Һау бул, лагерь, тағы килербеҙ!” – ти талбазылар

      –  Беҙ, уҡытыусылар, тәғәйен үҙебеҙгә бүленгән  һәр көндө ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырыштыҡ. Бер көндө тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял иттек. Ырыуҙар сығышынан һуң, һәләтлеләр конкурсы уҙғарҙыҡ. Ҡыҙҙар-малайҙар төрлө яҡлап үҙ маһирлыҡтарын күрһәтте. Йыр-бейеү, шиғыр һөйләү һәм акробатик номерҙар сығышы булды.

Һабантуй үткәрелгән майҙансыҡҡа килгәс, нисек милли уйындар уйнамай ҡайтаһың инде! Әлбиттә, "Тоҡ кейеп йүгереү", "Көршәк ватыш", "Әтәстәр алышы", "Йомортҡа менән йүгереү" кеүектәре бигерәк уҡыусыларға ныҡ оҡшаны.

Майҙансыҡта быйыл йомрандарҙың ифрат күп булыуына иғтибар иттек. Уларҙың туҡтауһыҙ һыҙғырыуын тыңлап, күҙәтеп, фотоға ла эләктереп өлгөрҙөк әле.

Футбол уйнап, тренажёрҙарҙа шөғөлләнеп, төшкө ашҡа гимназиябыҙға әйләнеп ҡайтып та еттек. Бәләкәй генә сәйәхәтебеҙҙә юл йөрөү ҡағиҙәләрен дә ҡабатлап алдыҡ.

Тәмле төшкө аштан һуң ваҡытыбыҙ сатраш уйыны, пазл йыйыу, һүрәт төшөрөү, төрлө интеллектуаль уйындар менән уҙҙы.

Бына шулай  "Йәйләү"ҙәге бер көнөбөҙ балаларҙың күңелендә матур иҫтәлек булып ҡалды, – ти Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова.

 

“Һау бул, лагерь, тағы килербеҙ!” – ти талбазылар
“Һау бул, лагерь, тағы килербеҙ!” – ти талбазылар
“Һау бул, лагерь, тағы килербеҙ!” – ти талбазылар
“Һау бул, лагерь, тағы килербеҙ!” – ти талбазылар
“Һау бул, лагерь, тағы килербеҙ!” – ти талбазылар
“Һау бул, лагерь, тағы килербеҙ!” – ти талбазылар
“Һау бул, лагерь, тағы килербеҙ!” – ти талбазылар
“Һау бул, лагерь, тағы килербеҙ!” – ти талбазылар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: