-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Иҫтәлекле көн

Беҙҙең менән осрашыуҙы Салауат районында ла ашҡынып көтөп алдылар. Уны ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн Малаяҙҙағы 1-се мәктәп директоры Эдуард Наил улы Мөсәлимовҡа рәхмәтлебеҙ. Был белем усағында Лағыр, Әлкә һәм Янғантау мәктәптәре уҡыусылары менән дә осраштыҡ.

Иҫтәлекле көн
Иҫтәлекле көн

Йәйге ял һәм һауыҡтырыу лагерында ял итеүселәр күңелдәре булғансы йырлап, бейеп күңел асты.

– Янғантау мәктәбенең балалары күңелендә "Йәншишмә”ләр менән осрашыу иҫтәлекле көн булып ҡалғандыр, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Ишморат ҡыҙы Ишбулдина. – Рифат Йәмлихин ағайҙары сараны бик матур итеп алып барҙы. Уҡыусылар рәхәтләнеп йырланы, ихлас шаярҙы һәм арығансы бейене. Ә осрашыу аҙағында “Йәншишмә”гә яҙылып, гәзитле лә булдылар.

Әйткәндәй, Янғантау мәктәбенең ял лагерына I – VII синыф уҡыусылары йөрөһә, Миҙхәт Фирғәт Байрамғолов етәкселегендә VIII – X cиныфтыҡылар өсөн хеҙмәт лагеры эшләне. Балалар мәктәп баҡсаһында сәскә, йәшелсә-емештәр ултыртҡан. Уларҙы ҡарап, һыу һибеп торғандар.

Бына шулай Салауат районында ла балалар матур ял итеп, хеҙмәттә сынығып үҫә.

Иҫтәлекле көн
Иҫтәлекле көн
Иҫтәлекле көн
Иҫтәлекле көн
Иҫтәлекле көн
Иҫтәлекле көн
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: