-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Уйнап та, йырлап та алдылар

Йәйҙең матур  көндәрәрендә барыһына ла өлгөрөргә кәрәк: дуҫтар менән уйнарға, йылғала һыу инергә, баҡсала йәшелсә, сәскәләргә һыу ҡойорға, бешкән еләк ашарға. Шунан, әлбиттә, иң яҡшы китап уҡырға.

Уйнап та, йырлап та алдылар
Уйнап та, йырлап та алдылар

«Йәй китап менән» проекты буйынса Хәйбулла районы Аҡъярҙағы «Бәпембә» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн балалар моделле һәм үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Йәй күңелле китап менән!» исемле сағыу ара үткәрҙе.
Сара уйын формаһында үтте. Незнайка, клоунесса Клепа һәм Мәскәй әбейҙең көтөлмәгән сығышы балаларҙа ысын һоҡланыу уятты. Әкиәт геройҙары менән бергә балалар рәхәтләнеп йомаҡтар систе, флешмоб бейене, «Осто-осто», «Күңелле барабан» уйындарынды ҡатнашты һәм Мәскәй әбей менән бергә әкиәт уҡыны.
Кескәйҙәр әкиәт донъяһына “сәйәхәт” ҡылып, халыҡ уйындарын уйнап, йырлап-бейеп, рәхәтләнеп күңел асты.

Барыһы ла шатланып һәм яҡшы кәйеф менән таралышты.

Фото һәм сығанаҡ: Кесе Ҡоролтай - Хәйбулла районы

Уйнап та, йырлап та алдылар
Уйнап та, йырлап та алдылар
Уйнап та, йырлап та алдылар
Уйнап та, йырлап та алдылар
Уйнап та, йырлап та алдылар
Уйнап та, йырлап та алдылар
Уйнап та, йырлап та алдылар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: