Кемдәрҙер ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙам итте, күңелле сәйәхәттәрҙә йөрөп ҡайтты. Ана, һүрәттәргә ҡарағыҙ әле. Ауырғазы, Баймаҡ, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Ишембай, Мәсетле, Салауат, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә райондары һәм Өфө ҡалаһы балаларын ял ваҡытында күрәһегеҙ.
Иң матур, иң мөғжизәле, иң иҫтәлекле миҙгел дауам итә. Нисек, оҡшаймы быйылғы каникулығыҙ?
Йәмле йәйҙә эш тә гөрләй,
Аш та ҡайнай ҡаҙанда.
Көс туплайбыҙ – һыу ингәндә,
Ҡояшта ҡыҙынғанда.
Һай, килешә йәй шифаһы –
Көтә баҡса, урман-ҡыр.
Кемдәр ялдан файҙа таба –
Шулар була иң тапҡыр! – тип яҙа шағирә Зарина Бағышаева.
Беҙ ҙә каникулығыҙҙың ҡалған көндәрен күңелле, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп үткәреүегеҙҙе теләйбеҙ.
Махсус битте Зөһрә ХӘКИМОВА әҙерләне.