+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Красноусолға сәйәхәтем

Ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Әсәйем отпускыға сығыу менән Ғафури районына юл тоттоҡ.

Красноусолға сәйәхәтемКрасноусолға сәйәхәтем
Красноусолға сәйәхәтем

Беҙ Красноусол минераль һыу сығанаҡтары урғылған ерҙе күрергә бар­ҙыҡ. Был тәбиғәт мөғжизәһе 500 йыл самаһы элек табылған икән. Көгөш йылғаһы ярҙарында баш алған һәр бер һыу сығанағы (улар 250-гә етә) үҙенсәлекле, составы төрлө, күп ауырыуҙарға дауа булып тора. Юҡҡа ғына эргәлә шифахана асылмаған инде!
Экскурсияны алып барыусы ағай биләмәлә табылған Табын иконаһының тарихын мауыҡтырғыс итеп бәйән итте. Ошонда уҡ сиркәү ҙә бар, инеп сыҡтыҡ.
Артабан атлайбыҙ. Рәсәй­ҙәге тәүге «алтын сөй» урынлашҡан ергә еттек. Нимә аңлатамы? Боронғо дәүерҙең ниндәйҙер бер өлөшөн һанау нөктәһе булып хеҙмәт иткән ер шулай атала. Ғалимдар бындағы тау тоҡомдары 294 миллион йыл элек барлыҡҡа килгәнен иҫбатлаған. Хәҙер башҡа илдәр үҙҙәрендәге оҡшаш ерҙәрҙе беҙҙең «алтын сөй» менән сағыштырып һүрәтләргә тейеш.
Ҡайтышлай дөйәғоштар фермаһына инеп сығырға булдыҡ. Бында улар ғына йәшәмәй, башҡа бик күп ҡоштар һәм йәнлектәр ҙә көн күрә. Дөйәғош йомортҡаһын, ҡаурыйын, итен һатып алырға мөмкин.
Ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Әйткәндәй, көн баштан уҡ ямғырлы торҙо, тик был беҙгә матур һәм иҫтәлекле урындарға һоҡланып йөрөргә бер ҙә ҡамасауламаны. Сәйәхәт минең өсөн ныҡ ҡыҙыҡлы һәм фай­ҙалы булды.

Дияр ФАЗЛЕТДИНОВ.
Өфө ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас