Лагерь көн дә дәүләт флагтарын күтәреү һәм Рәсәй, Башҡортостан гимндарын тыңлау менән башланып китә. Артабан уҡыусылар өсөн линейка уҙғарыла. Унда балалар урамда, спорт һәм тамашалар залында үҙеңде нисек тоторға һәм ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыу, алда буласаҡ саралар менән таныша. Аҙаҡ зарядка һәм төрлө уйындар ойошторола.
Шулай уҡ уҡыусылар лагерҙа тәмле иртәнге һәм төшкө аш менән һыйлана.
Мәктәп китапханалары көнөнә арналған кисә барыһына ла оҡшаны. Уҡыусылар район балалар китапханаһына экскурсияға барҙы.
Бына шулай күңелле һәм файҙалы үтә уҡыусыларҙың көҙгө лагерь көндәре.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.