X «А» синыфы уҡыусылары баш ҡалабыҙ Өфөгә сәйәхәт ойошторҙо. Улар сәфәрҙе алдан планлаштырып, ҡыҙыҡлы урындарҙы билдәләп, «Квест-бүлмә»гә барырға, картинг донъяһына инергә, боулинг уйнарға һәм кинотеатрға барырға ҡарар итте. Экскурсия ҡала буйлап сәйәхәттән башланды. Уҡыусылар баш ҡаланың йылдан-йыл үҫешенә, үҙгәреүенә, матурайыуына иғтибар итте.
Экскурсияның икенсе этабы «Ҡараңғыла йәшеренеү» тип аталған квест ине. Бында инде беҙҙе өҫтәл уйындары, музыка менән иркен ял бүлмәһе ҡаршы алды. Квесты ойоштороусылар уйынды башлар алдынан инструктаж үткәрҙе, уйындың ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Ҡараңғыла бер-береһен эҙләүҙәренә, табыуҙарына барыһы ла шатланып, ҡыуанып ике сәғәт ваҡыт үтеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. Тәжрибәле инструкторҙар һәр ваҡыт эргәлә булды, ҡайһы бер ҡатмарлы элементтарға кәңәш биреп, өйрәтеп кенә торҙо. Был уйын төрөнән һуң беҙ «Тавро» кафеһына юл тоттоҡ. Унда беҙҙе эҫе һәм тәмле төшкө аш көтә ине. Тамаҡ ялғап алғандан һуң кинотеатрҙа «Гадкий я 4» мультипликация фильмын ҡараныҡ. Уҡыусылар: «Телевизорҙан ҡарауҙан айырмалы рәүештә, бөтөнләй башҡа тәьҫораттар алдыҡ», – тип ҡыуанды.
Уҡыусыларға үҙҙәренең синыфташтары менән бергә ошондай сәйәхәттә булыу, бергә ял итеү бик ыңғай йоғонто яһаны. Улар шатланып, ҡыуанышып ҡайтты күңелле сәйәхәттән. Сөнки барыһына ла ныҡ оҡшағайны.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазылағы лицей.