+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ҡышҡы байрам

Темәс моделле ауыл китапханаһында тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Марат Юлай улы Әүәлбаев һәм методист Эльза Миҙхәт ҡыҙы Ғөбәйҙуллина менән балалар өсөн байрам үткәрҙек.

Ҡышҡы байрамҠышҡы байрам
Ҡышҡы байрам

Унда ҡатнашыусылар "Аҡ тирәк – күк тирәк", "Тирмә", "Арҡан тартыш" һәм башҡа башҡорт халыҡ уйындарын уйнап кинәнде. Һәр бала татлы күстәнәс тә алып ҡыуанды.

Һуңынан ҡыҙҙар һәм малайҙар күмәкләп ҡар тауында шау-гөр килеп сана шыуҙы. Ауыл халҡы исеменән Дилбәр менән Самат Ғәбдрәшитовтар ғаиләһенә ҙур рәхмәт: улар йыл һайын ҡар тауы яһап кескәйҙәрҙе ҡыуандыра.

 

Миңзәлә ӘҮӘЛБАЕВА,

китапханасы.

Баймаҡ районы.

Ҡышҡы байрам
Ҡышҡы байрам
Ҡышҡы байрам
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас