Ҡышҡы каникулды мин
Һағынып көтөп алдым.
Өләсәй-олатайға
Барырға, тип ашҡындым.
Эй, күңелле ауылда:
Һырғалаҡта эйәбеҙ,
Бергәләшеп рәхәтләнеп
Ҡар бабай ҙа эшләйбеҙ.
Уйындан һуң китап уҡып,
Белемемде нығыттым.
Ял файҙалы үтһен, тип
Өлгөрөргә тырыштым.
Илназ УЛТРАҠОВ,
III «А» синыфы уҡыусыһы.
Хәйбулла районы,
Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.