Уның тәүге көндәрендә нәнәйемдә ҡунаҡта булдым. Бабайым беҙгә тау яһап бирҙе. Апайымдар, туғандарым менән рәхәтләнеп шыуҙыҡ.
Яңы йылды ла матур ҡаршыланыҡ. Байрамдан һуң ғаиләбеҙ менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына барҙыҡ. Бер көндө – кино, иртәгеһенә театрҙа Яңы йыл әкиәтен ҡараныҡ. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй бейенек, уйындар уйнаныҡ, шиғыр һөйләнек.
Каникулымда китап уҡырға ла онотманым.
Ҡышҡы ялымдың һәр көнө иҫтә ҡалырлыҡ булды.
Айназ ВӘЛИТОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.