+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Беҙҙең яҙғы каникул көндәре

Беҙҙең яҙғы мәктәп лагерында уҙғарылған «Көлкө көнө» балаларға ныҡ оҡшаны.

Беҙҙең яҙғы каникул көндәреБеҙҙең яҙғы каникул көндәре
Беҙҙең яҙғы каникул көндәре

Был көндө тәрбиәселәр һәм балалар бер-береһенә мөмкин тиклем йышыраҡ көлөргә тигән маҡсат ҡуйҙы. Сөнки, табиптар әйтеүенсә, көлөү кешенең физик торошона ыңғай йоғонто яһай, көсөргәнешлекте кәметә һәм ғүмерен оҙайта.

Балаларҙың ял көндәре күңелле, дәртле, шаяртыуға ҡоролған уйындар, конкурстар, сәйәхәттәр менән дауам итте. Уҡыусылар  янғын һүндереүселәр менән дә  осрашты. Бассейнға ла барып ҡайтырға өлгөрҙө. Кинотеатрҙа яратҡан фильмдарын да ҡаранылар.  Уҡыусылар икмәк бешереүсе һәм музей хеҙмәткәрҙәре менән дә осрашып, ҡыҙыҡһынған һорауҙарына тулы яуап алып,  бик ҡәнәғәт ҡайтты.

 

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы,

Талбазы ауылы лицейы.

Беҙҙең яҙғы каникул көндәре
Беҙҙең яҙғы каникул көндәре
Беҙҙең яҙғы каникул көндәре
Беҙҙең яҙғы каникул көндәре
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас