+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Лагерҙың бер көнө

Яҙғы каникулда беҙҙең мәктәптә «Любизар» хәрби-патриотик лагеры эшләне.

Лагерҙың бер көнөЛагерҙың бер көнө
Лагерҙың бер көнө

 Тәрбиәселәр Нурзилә Сәғит ҡыҙы, Дилбәр Баязит ҡыҙы, Инзирә Әмир ҡыҙы, Ләйсән Фәнис ҡыҙы һәр көнөбөҙҙө бик күңелле үткәреүгә бар көсөн һалды.Күп ваҡытыбыҙ спорт залында үтте. Лагерҙың һуңғы көнөн генә алайыҡ. Беҙ тәүҙә күнекмәләр эшләнек, туп менән дә уйнаныҡ. Иртәнге ашты ашап, көс йыйғандан һуң, ике командаға бүленеп ярыштыҡ. Бик күңелле уйындар булды. Беҙҙең команда еңеү яуланы.

Шунан һуң тышҡа сыҡтыҡ. Унда юл ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөк һәм фотоға төштөк. Артабан беҙ киренән спортзалға ҡуҙғалдыҡ, сөнки тормош хәүефһеҙлеге һәм Ватанды һаҡлау фәне уҡытыусыһы Илдус Ғәйзулла улы Кинйәбулатов пневматик винтовканан атыу серҙәрен өйрәтте.

Көндөң икенсе яртыһында мәктәптең «Тыуған яҡты өйрәнеү» музейына экскурсияға барҙыҡ. Музей етәксеһе Рәсимә Рауил ҡыҙы беҙҙе төрлө экспонаттар менән таныштырҙы. Миңә бигерәк тә бәпәйҙәр ята торғай сәңгелдәк, яҙыу машинкаһы ныҡ оҡшаны. Унда шулай уҡ боронғо ата-бабалар, өләсәйҙәр ҡулланған әйберҙәрҙе күрһәттеләр.

Буш ваҡыт булғанда әхирәттәр менән пинг-понг уйнаныҡ. Унан һуң беҙ төшкө аш ашарға барҙыҡ.
Лагерҙың һуңғы көнө булғас, бүләктәр бирҙеләр. Әхирәтем Динә менән бергә өйҙәребеҙгә ҡайттыҡ. Шулай файҙалы һәм яҡшы үтте лагерҙағы көндәрем!

Наҙгөл ҠАРАҒОЛОВА,
V синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

Фото:https:bainazar.

 

Лагерҙың бер көнө
Лагерҙың бер көнө
Лагерҙың бер көнө
Лагерҙың бер көнө
Лагерҙың бер көнө
Лагерҙың бер көнө
Лагерҙың бер көнө
Лагерҙың бер көнө
Лагерҙың бер көнө
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас