

"Бына гимназиябыҙ шат балалар тауышынан гөрләп тора. Күңелле уйындар, башҡортса йырҙар, бейеүҙәр яңғырап тора.
Ял ваҡытына төрлө мауыҡтырғыс саралар ҡаралған. Күңелле һәм файҙалы ялдар уҡыусыларға!" - тип яҙа үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова.