

Йәй – күңелле мәл. Рәхәтләнеп һыу инергә, ҡыҙынырға, сәйәхәткә сығырға, емеш-еләккә йөрөргә мөмкин. Әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ, балалар.
Һыу инеү миҙгеле башланмаған әле, ә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батып ғүмерҙәре өҙөлгән балалар бар. Йылға, күл буйҙа рына үҙегеҙ генә түгел, һеҙҙе ҡарап йө рөтөрлөк апайағайҙарығыҙ йәки атайәсәйҙәрегеҙ менән барығыҙ.
Урманға ла шулай уҡ үҙең кеүек тиҫтер ҙәрең менән генә барыу ҡурҡыныс. Етмәһә, быйыл ҡыр хайуандары ла кешеләргә ташланып аптырата. Айырыуса айыуҙар. Аҙашып китеүең дә ихтимал.
Ҡалала йәшәгәндәргә өйҙә яңғыҙ ҡалырға ла тура килер. Бер ҡасан да, үҙен кем тип кенә танытыуына ҡарамаҫтан, сит кешеләргә ишек асмағыҙ.
Урамға яңғыҙ уйнарға сығырға тура килһә лә, ят кешеләр менән һөйләшмәҫкә кәрәк. Улар ҡулынан бер ни ҙә алырға, эйәреп китергә ярамай. Атай-әсәйегеҙ менән даими бәйләнештә булығыҙ, улар һеҙҙең ҡайҙа икәнегеҙҙе белеп торорға тейеш.
Юл аша сыҡҡанда ауылда ла, ҡалала ла юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәк. Һаҡланғанды Аллаһы Тәғәлә лә һаҡлар, тигәндәр, шуны онотмағыҙ.
Йәйге каникулығыҙ матур һәм файҙалы үтһен!
Фото: com/impg.