

«Йәншишмә» отряды «Кирач» оҫтаханаһына экскурсияла булып ҡайтҡан. Зәки Исмәғил улы Нагаев балаларға мауыҡтырғыс итеп музейҙағы экспонаттар тураһында һөйләгән. Илүсә Фәнүз ҡыҙы Йәлилова балсыҡтан һындар эшләү серҙәренә төшөндөргән. Ә «Аманат» отряды райондың Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбенә сәйәхәт ҡылған. Музыка мәктәбе уҡытыусылары сәнғәт серҙәре, төрлө музыка ҡоралдары тураһында һөйләгән. Аҙаҡ мәктәптә шөғөлләнгән уҡыусылар ял итеүселәргә төрлө көйҙәр уйнап күрһәткән.
Бына шулай кескәй ауырғазылар тәрбиәселәре Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова менән бер көндәрен файҙалы һәм матур итеп үткәргән. Афарин! Артабан да ялдарығыҙ матур һәм иҫтәлекле уҙһын!
Фото: Р. ЙӘЛИЛОВА.