

Шуға ла ошо матурлыҡ алиһәләрен үҫтерергә яраталыр, моғайын. Әле тырыш ҡыҙ йорт тирәһендә үҫкән төрлө сәскәләрен тәрбиәләй. Уларға кисен йырлай-йырлай һыу ҡоя, ә көндөҙ нисек тәрбиәләү хаҡында төрлө мәғлүмәт уҡый. Шулай сәскәләр хаҡында үҙенә бик күп файҙалы кәңәштәр туплай ул.
Ҡыҙҙар өсөн бик кәрәк эш менән булыша йәйге каникул мәлендә Гөлфиә.