+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Иң яратҡан мәлебеҙ!

Йәйҙең иң матур июль айы ла үтеп бара. Алда - август айы. Балаларҙың   күңелле каникул көндәре дауам итә. Әле уны һәр кем үҙенсә үткәрә. Күптәр һауыҡтырыу лагерҙарында ял итергә, саф һауала рәхәтләнеп уйнарға, йылға, күл-буйҙарында һыу инергә өлгөрҙө.

Иң яратҡан мәлебеҙ!Иң яратҡан мәлебеҙ!
Иң яратҡан мәлебеҙ!

Кемдәрҙер ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙам итте, тәбиғәт ҡосағында емеш-еләк йыйҙы, күңелле сәйәхәттәрҙә йөрөп ҡайтты. Ана, һүрәттәргә ҡарағыҙ әле. Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлебаш, Әбйәлил, Хәйбулла, Шаран райондары һәм Өфө ҡалаһы балаларын ял ваҡытында күрәһегеҙ.

Иң матур, иң иҫтәлекле, иң мөғжизәле миҙгел дауам итә, каникулығыҙҙың ҡалған көндәрен дә күңелле, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп үткәреүегеҙҙе теләйбеҙ.

Балалар — беҙҙең киләсәк,

Ер йөҙөнөң биҙәге.

Шишмә кеүек саф тауышлы

Сабый бала көлгәне.

Бәхетле, сәләмәт үҫһен

Ерҙәге һәр бер бала.

Тыныс булһын килер көндәр,

Ҙур юлдар илтһен алға, —

тип яҙа шағирә Гөлнур апайығыҙ ҠЫУАТОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас