Ул йәйге каникул көндәрен матур һәм файҙалы үткәрә. Аяз атай-әсәһе, ағаһы, ҡустыһы һәм һеңлеһе менән Ғафури районындағы Аҡташ ҡаяһыһына сәйәхәткә барған. Еҙем йылғаһында йөҙгән. Афарин, Аяз!
Иң мөһиме, балаларҙың йәйге ялы файҙалы һәм иҫтәлекле үтһен!
Август айы ла матур көндәре менән ҡыуандыра, артабан да һауа торошо аяҙ һәм ҡояшлы торһон инде. Әйткәндәй, ауыл халҡына ҡышҡылыҡҡа бесәндәрен эшләп алырға ла кәрәк бит.