Бөтә яңылыҡтар

Бәләкәй генә булһа ла

Басир Сәфәрғәлингә рәхәт. Йәйге каникул көндәрен Баймаҡ районы Ишей ауылында олатай һәм өләсәһендә уҙғара.

Бәләкәй генә булһа ла
Бәләкәй генә булһа ла

Олатаһы уға ағаста ҡыуыш эшләп биргән. Был мөһабәт ҡарағай ағасы уларҙың урамында үҫә. Әле Басир ҡыуышынан ғына себештәрҙе ҡараштыра. Өҫтән генә тирә-яҡтағы һоҡланғыс күренеште күҙәтә. Сыуаҡ көндәрҙә  рәхәтләнеп шунда уйнай.  Олатай ҙа маҡтауға лайыҡ, ейәненең хыялын тормошҡа ашырған бит!

Матур көндәрҙең береһендә Бөрйән районындағы данлы Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Йылҡысыҡҡан күленә сәйәхәткә лә барғандар. Аҡбуҙат һәйкәле янында иҫтәлеккә фотоға төшкәндәр. Шунан Ағиҙел йылғаһы буйлап аҡҡандар. Бына шулай Басир үҙенә көс, файҙалы мәғлүмәт туплай.

Малай тиҙҙән Баймаҡтағы 3-сө мәктәптең II синыфына барасаҡ. Әйткәндәй, беренсене уңышлы ғына тамамлаған. Бик күп конкурстарҙа, концерттарҙа ҡатнашҡан. Районда үткән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә призёр булған. Шулай уҡ Хәбибулла Ғәбитовтың ижадына арналған нәфис һүҙ оҫталары ярышында III урын яулап ҡыуанған.

Басирҙың матур итеп йырлағанын бәләкәй сағынан беләбеҙ. «Шайморатов генерал» йыры менән интернет селтәрен шаулатҡайны ла инде. Әле уның иң ҙур еңеүҙәренең береһе – «Атайҙар һәм уландар» республика илһөйәрлек йырҙары конкурсында II урын алыуы.

– Музыка мәктәбендә баян синыфында ла уҡый. Йырҙарҙы тиҙ генә отоп ала ла баянда уйнап та ебәрә. Музыка дәресендә өйрәткәнсә ҡабатламай әле, үҙенсә тиҙ генә уйнай ҙа ҡуя. Әкренләп музыка нескәлектәренә лә төшөнөр, тип уйлайбыҙ. Ҡурай түңәрәгенә йөрөргә хыяллана. Балалыҡ тештәре сығып бөтмәү сәбәпле әлегә алмайҙар, – ти Басирҙың әсәһе Дилара Зәки ҡыҙы.

Бына шундай шәп егет үҫеп килә. Басирҙың тағы бер хыялы бар: «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү. Әле 2 бит ятлаған. Йылҡысыҡҡан күлен барып күргәндән һуң илһамланып: «Аҡбуҙат тураһында күберәк белгем килә, миңә шул хаҡта китап алып ҡайтығыҙ», – тигән ата-әсәһенә.

Әйткәндәй, йыл һайын Сәфәрғәлиндәр үҙ һабантуйҙарын уҙғара. Уны һуғыш ветераны Зиннур Сәфәрғәлиндең ейән-ейәнсәрҙәре үткәрә. Быйылғы байрамда 120-нән ашыу кеше ҡатнашҡан. Бына ошо тантанала ойошторолған көрәш ярышы менән ныҡ ҡыҙыҡһына Басир. Әлегә йәше бәләкәй. Шулай ҙа быйыл ныҡ сәмләнеп ҡайтҡан. Үҙенә маҡсат та ҡуйған: «Икенсе юлы барыбер һарыҡты алам», – ти. Һай, афарин!

Хыялдарың тормошҡа ашһын, Басир!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Бәләкәй генә булһа ла
Бәләкәй генә булһа ла
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас