Бөтә яңылыҡтар

Рушан да бесән эшендә

Рушан Маннапов — Баймаҡтағы «Миләш» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Уға — 4 йәш. Үҙе бигерәк етди, эшһөйәр генә малай ул.

Рушан да  бесәндә
Рушан да бесәндә

 Әле  ул Баймаҡ районы Йылым ауылында йәшәгән ҡартатаһы менән өләсәһендә ял итә. Миңлегөл һәм Рәйес Ишдәүләтовтарҙың уң ҡулы инде. Рушан үҙе лә: «Мин дә ярҙам итәм, эшләйем», — тип кенә тора. Һай, афарин! Кискеһен ҡош-ҡорттарҙы йыя, бикләй. Бына шулай йүгереп йөрөй. Ана, һүрәттә лә, бер ҙә, көн эҫе, тип тормаған, урманға бесән эшләшергә барған бит ул! Тфү, күҙ теймәһен!

Фото: С. РАМАҘАНОВА.

Рушан да  бесән эшендә
Рушан да бесән эшендә
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас