Бөтә яңылыҡтар
Күңелле каникул көндәре
27 Октябрь 2025, 21:20

«Етегән»дә файҙалы һәм күңелле

«Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагерында «Етегән» тип аталған полилингваль слёт башланды.

«Етегән»дә файҙалы һәм күңелле.
«Етегән»дә файҙалы һәм күңелле.

 Унда республикабыҙҙың алты районынан һәм дүрт ҡалаһынан уҡыусылар йыйылды. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә. Бында балалар башҡорт теле менән бер рәттән урыҫ һәм инглиз телдәрен тәрәндән өйрәнәләр. Быйыл һанлы мәғлүмәткә лә өҫтөнлөк бирелә: слетта ҡатнашыусылар блог алып барыу серҙәрен өйрәнә. Шулай уҡ зыялы шәхестәр менән оҫталыҡ дәрестәре, төрлө осрашыуҙар үткәреү планлаштырылған. «Етегән»дә үткән биш көн бик файҙалы һәм күңелле булмаҡсы.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, был проектҡа эләгергә теләгән балалар йылдан-йыл күбәйә. Башҡортостандың тәжрибәһе менән илебеҙҙең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына. Республикабыҙ һуңғы йылдарҙа полилингваль белем биреү буйынса Рәсәйҙә алдынғыларҙан һанала.

Фото: education.bashkortostan.

«Етегән»дә файҙалы һәм күңелле.
«Етегән»дә файҙалы һәм күңелле.
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас