Бөтә яңылыҡтар
Күңелле каникул көндәре
29 Октябрь 2025, 03:15

Өфөлә булдыҡ

Беҙ, "Дуҫлыҡ" өлгөлө ҡурайсылар ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙары, Өфө ҡалаһына сәйәхәткә барҙыҡ.

Өфөлә булдыҡ
Өфөлә булдыҡ

Ансамбль районыбыҙҙа уҙған төрлө мәҙәни сараларҙа, байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша, шуға  беҙҙе район хакимиәте аквапаркка юллама менән бүләкләгәйне. Беҙ унда рәхәтләнеп һыу индек, төрлө аттракциондарҙа булдыҡ. Бик күңелле үтте ялыбыҙ! Ошо сәйәхәтте ойоштороусы районыбыҙ башлығы Арыҫлан Нәзир улына һәм етәксебеҙ Фәим Салауат улына ҙур рәхмәт!

Айназ ВӘЛИТОВ, йәш хәбәрсе.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Өфөлә булдыҡ
Өфөлә булдыҡ
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас