Атайымдың эшенән сараға билет биргәндәр ине. Спектакль башланыр алдынан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт геройҙары менән шыршы тирәләй йырҙар йырлап, бейеп, уйындар уйнаныҡ. Артабан ғаиләбеҙ менән "Царевна-лебедь" исемле әкиәт ҡараныҡ. Спектакль бөткәс, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу беҙгә бүләктәр бирҙе. Матур әкиәт һәм бүләктәр өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһына ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Айназ ВӘЛИТОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.