Солтанморат ауылында оҫта ҡуллы Муллағәли ағай йәшәй. Ул йыл һайын йорто янында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары менән бәләкәй Яңы йыл ҡаласығы төҙөй. Уны төрлө төҫтәге гирляндалар менән биҙәй. Шулай уҡ балалар өсөн тау ҙа бар. Мин дә ҡышҡы каникул көндәрендә ошо ауылда йәшәгән олатай-өләсәйем янына ҡайтам. Дуҫтарым менән был урынға барып уйнарға, тауҙа шыуырға яратабыҙ.
Беҙ ҙә киләсәктә ошондай әкиәт ҡаласыҡтары төҙөргә хыялланабыҙ.
Муллағәли ағайға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙгә матур ҡаласыҡ төҙөгән өсөн.
Таһир РӘХИМОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.