Бөтә яңылыҡтар

Ауылда - хоккей уйыны

Баймаҡ районының Сосновка ауылындағы йәштәр, ололар боҙ уйыны - хоккейҙа  үҙ көстәрен һынап ҡарарға булды. Майҙансыҡ өсөн  ауыл күлен ҡарҙан таҙартып алдыҡ.

Ауылда - хоккей уйыны
Ауылда - хоккей уйыны

Уйынды ойоштороусы һәм бағымсылары - ауыл имам-хатибы Илдар Ғөбәйҙуллин менән  Фидан Иҫәнбаев.
Ошо ерҙә үҫеп, әлеге ваҡытта  республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәгән, байрам ялдарына ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙ ике команда төҙөнө. Йәнле аралашыу, уйын дәрте барыһының да күңеленә хуш килде. Балалар ҙа үҙ-ара танышып, уйнап, аралашып өлгөрҙө. Ауыл халҡы өсөн был уйын ысын байрамға әүерелде.

Уйын һуңында командалар дәртләндереү бүләктәре лә алып ҡыуанды. Бына шундай бик матур сара уҙҙы беҙҙең ауылда.



Фәриҙә ИСМӘҒИЛЕВА.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас