Бөтә яңылыҡтар

"Ҡышҡы уйындар"ҙа ҡатнаштыҡ

Минең дә ҡышҡы каникул көндәре күңелле үтә. Беҙҙең Төрөмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәсимә  Фәнәғәт ҡыҙы менән Дилбәр Айҙар ҡыҙы балалар өсөн "Ҡышҡы уйындар" ойошторҙо.

"Ҡышҡы уйындар"ҙа ҡатнаштыҡ
"Ҡышҡы уйындар"ҙа ҡатнаштыҡ

Беҙ ҙә һеңлем Зәлиә менән ҡатнаштыҡ. Сәлих ауылы менән Төрөмбәт ауылы араһы алыҫ ҡына булһа ла йыбанмай дәртләнеп мәҙәниәт һарайына барҙыҡ. Унда күңелле уйындар уйнап, татлы бүләктәр алып ҡыуандыҡ. Уйындарҙы ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп ойошторған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Йышыраҡ әлегеләй  балалар өсөн күңелле саралар ойошторолоп торһон. Беҙгә сара ныҡ оҡшаны.


Асия Әсфәндиәрова, йәш хәбәрсе.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

"Ҡышҡы уйындар" ҙа ҡатнаштыҡ
"Ҡышҡы уйындар" ҙа ҡатнаштыҡ
"Ҡышҡы уйындар" ҙа ҡатнаштыҡ
"Ҡышҡы уйындар" ҙа ҡатнаштыҡ
"Ҡышҡы уйындар" ҙа ҡатнаштыҡ
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас