Тәүҙә бик матур Яңы йыл кисәһе уҙҙы. Унда мәҙәниәт йортондағы төрлө түңәрәктәргә йөрөүсе балалар ҡатнашты. Бүләктәр, күстәнәстәр менән туп-тулы тоҡто Мәскәй әбейҙән алыр өсөн уның төрлө мәкерле хөсөттәрен үтәп, шул арала Фиалка менән уйнап, йырлап, бейеп, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға һөнәрҙәрен күрһәтеп күңел асты улар. Һәр береһе бүләк, күстәнәс алып, байрам кәйефе менән таралды.
Мәҙәниәт йортонда йәмғеһе 30 бала бейеү, йыр, думбыра , ҡурай буйынса шөғөлләнә, конкурстарҙа ҡатнашып урындар ала. Бейеүгә – 21, вокалға – 12, ҡурай һәм думбыраға 10-ар бала яҙылған. Ҡайһылар шулай бер нисә түңәрәккә өлгөрә.
Ә бер көндө хоккей уйыны үтте.
- Хоккей таяғы шайбаны
Боҙҙа оҫта йөрөтһөн,
«Комбайн»дың ҡапҡаһына
Шайбаларҙы керетһен! – тип башланы уйынды «Трактор» командаһы. Тик «комбайнсылар» ҙа бирешмәне. 7-шәр минуттан торған ике тайм ике яҡтың да теүәл мәрәйҙәр йыйыуы менән тамамланды. Ярышты ойоштороусы төп судья Рөстәм Рәшит улы әйтеүенсә:«Дуҫлыҡ еңде!».
Артабан... Елдерәләр саналар!
Олоһо ла, кесеһе лә йыйылды традицияға әйләнгән был байрамға. Каникулға тип төрлө яҡтан, сит өлкәләрҙән дә балалар килә беҙгә. Бөгөн дә саналарҙың төрлөһөн һөйрәп тауға йыйылдыҡ. Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә үтте.
“Иң матур сана” конкурсының Гран-при хужаһы – Рәмилә Мостафина апай. Ҡыңғыраулы сананы, эххх, күрһәгеҙ икән һеҙ!
I урынды Айбулат Исламов, II урынды Нәйлә Йосопова һәм Гөлкәй Килмөхәмәтова, III урынды Ғафановтар һәм Таһировтар яуланы. Тау шыуыуҙа "Иң йыраҡ" номинацияһында еңеүселәрҙе лә бүләкләнек. Призлы урындарҙы Руслан Мөхәмәтшин, Аслан Вәлиев, Линар Ғафанов экипажы (Алсын Дәүләткилдин, Арыҫлан Әйүпов) эләктерҙе.
Шунан...
Арып, сана һөйрәп ҡайттыҡ, тиһегеҙме? Юҡ! Таҙартылған, шыуыу трассаһы һалынған тауға яңынан күтәрелдек. Эх, бала саҡта ауылда ялдар күңелле үтә шул!
Сөмбөл ЙОСОПОВА.
Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.