+9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы каникулым иҫтәлекле үтә

Каникулым матур ғына башланып китте. Мәктәптә синыфыбыҙ менән яҡшы уҡырға, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға тырышып ҡына торабыҙ.

Яҙғы каникулым иҫтәлекле үтә
Яҙғы каникулым иҫтәлекле үтә

Шулай уҡ өҫтәмә белем биреү учреждениеларында ла шөғөлләнергә өлгөрәбеҙ. Яҙғы каникулға сығыр алдынан ғына бик шатлыҡлы хәбәр алып ҡыуанғайным. «Альтаир» өҫтәмә белем биреү үҙәгендә «Йәш эҙләнеүсе» түңәрәгендә икенсе йыл шөғөлләнәм. Остазым Римма Илдус ҡыҙы Юнысова етәкселегендә квест үткәйнем, еңеп сыҡтым.
Мине экскурсияға саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләнеләр.
Шатланып ғаиләбеҙ менән Мәләүез районына барҙыҡ. «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан Нөгөш ауылында булдыҡ.
Башҡа балалар менән бергә мин дә ҡыҙыҡлы квест үттем. Бик мауыҡтырғыс экскурсия ла ойошторолдо. Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстары тураһында күп мәғлүмәт белдем: уларҙың ни тиклем ҙур икәнен, ни өсөн төҙөлгәнен һәм кешеләргә, тәбиғәткә нисек ярҙам итеүен аңланым.
Миңә бик ныҡ оҡшаны!

Был сәйәхәтте ойоштороусыларға һәм уҡытыусыларыма, тыуған яҡҡа һөйөү уятыуҙары өсөн ҙур рәхмәт!


Нәргизә ВӘЛИТОВА, IV синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,  Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Яҙғы каникулым иҫтәлекле үтә
Яҙғы каникулым иҫтәлекле үтә
Яҙғы каникулым иҫтәлекле үтә
Яҙғы каникулым иҫтәлекле үтә
Яҙғы каникулым иҫтәлекле үтә
Яҙғы каникулым иҫтәлекле үтә
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас