Бына килеп тә етте.
Көндәлектә — «дүртле», «бишле»,
Өсөнсө сирек бөттө!
Бына хәҙер ял итәбеҙ:
Тәмлекәстәр ашайбыҙ,
Рәхәтләнеп йоҡлайбыҙ,
Иртә менән тормайбыҙ.
Файҙалы ла, күңелле лә
Үтә шулай ялыбыҙ.
Яңы көс менән килербеҙ
Башланғас уҡыуыбыҙ!
Рушана ҒИЛМАНОВА, VIII «Б» синыфы уҡыусыһы.
Дыуан районы, Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.