

Ә бер көндө әсәйем менән бергә Раевка ауылындағы үҙәк китапхана эсендә урынлашҡан Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ. Музей хеҙмәткәре Эльвира Зиннур ҡыҙы беҙгә уның төп йүнәлешен, төбәктең тарихын, мәҙәниәтен, билдәле кешеләре тураһында ентекле һөйләп ишеттерҙе.
Музейҙа өс бүлек: боронғо замандарҙан алып 20 быуат башына тиклемге район тарихы, 1935 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклемге район тарихы, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, тыл эшселәре, заводтар һәм предприятиелар эвакуацияланған башҡа илдәрҙән, дауаханаларҙан, 1941 йылдар осоро әйберҙәре тәҡдим ителгән. Шулай уҡ унда көнкүреш әйберҙәре, милли кейемдәр, тарихи документтар, фотоһүрәттәр бар. Музейҙың бер мөйөшөндә Рәсәй геройы, майор Алмаз Сафин тураһында ентекле мәғлүмәт урынлаштырылған.
Музей һәм ундағы экспонаттар беҙгә бик ныҡ оҡшаны, үҙебеҙгә бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдыҡ һәм йәйге каникулда тағы ла килербеҙ, тип хушлаштыҡ.
Сафия менән Даниэль ХИСМӘТУЛЛИНДАР.
Өфө ҡалаһы, 94-се лицей.