

Әле унда 120 бала йөрөй. Лагерҙың начальник-кәңәшсеһе Яҙгөл Минлеғәле ҡыҙы Абдуллина булһа, ойоштороусыһы – Венера Морат ҡыҙы Ҡасҡынова. Улар балаларға күңелле булһын өсөн һәр көнгә бай программа төҙөгән. Беҙ барғанда «Метеор» отряды балалары тәрбиәселәре Илзидә Ырыҫҡужина менән мәктәп алдындағы биләмәне ҡый үләндәренән таҙартып йөрөй ине.
– Беҙгә бында ныҡ оҡшай. Көнөбөҙҙө иртәнге күнегеүҙәр менән башлап ебәрәбеҙ. Ҡыҙыҡлы уйындар уйнайбыҙ, ике тапҡыр ашайбыҙ. Эшләйбеҙ ҙә, ял да итәбеҙ, – ти Мораҙым Мәхийәнов.