

Болонда еләк бешкән.
Ҡулға һауыттарҙы алып,
Киттек өләсәй менән.
Олатай ҙа беҙҙең менән,
Ҡустым да барҙы бөгөн.
Бик тырышып йыйҙыҡ әле,
Һауыттар күптән тулған.
Эре, һутлы еләктәрҙе,
Ашайым, бигерәк тәмле!
Алла бирһә, иртәгә лә,
Тағын килербеҙ әле.
Рушана ҒИЛМАНОВА,
IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Дыуан районы, Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.