

— Был һәйкәл —тарих. Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов хаҡында күп беләбеҙ. Хәҙер үҙ күҙҙәрем менән һәйкәлде күрҙем. Бына шулай каникулымдың бер көнө иҫтәлекле булды. Ныҡ ҡыуандым, — ти Розалина.