

Иң күңелле шәп айҙар.
Сөнки беҙҙең был айҙарҙа
Була бит каникулдар!
Иртән иртүк юҡ тораһы,
Дәрестәргә бараһы.
Рәхәтләнеп йоҡла әйҙә,
Кәрәкмәй ашығаһы.
Еләген дә йыябыҙ,
Йылғала ҡойонабыҙ.
Һыйырҙарҙы, һарыҡтарҙы
Көтөүгә беҙ ҡыуабыҙ.
Аттарҙы ла онотмайбыҙ,
Баҡсаға ла сығабыҙ.
Емештәр өлгөргән бит,
Тыр(ы)шып-тыр(ы)шып йыябыҙ.
Күңелле лә, файҙалы ла
Үтә бит каникулдар.
Рәхәтләнеп ял итәйек,
Бар әле алда көндәр.
Ялы, эше, сәйәхәте
Бергә үрелеп бара.
Йәшәү – үҙе оло бәхет,
Ергә һоҡланып ҡара!
Рушана ҒИЛМАНОВА, IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Дыуан районы, Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.