

Бүздәк районындағы Сәүәҙебаш ауылында йәшәгән ҡартатаһы менән нәнәһендә, Иҫке Шығайҙа торған өләсәһендә Алмаз ағаһы менән бергә алмашлап ҡунаҡ булалар. Эш тә эшләшәләр, уйнап, матур итеп ял да итәләр. Ике туған ҡустылары Морат менән Ислам да ҡайтһа, бигерәк тә күңелле.
Айҙар быйыл IV синыфҡа барасаҡ. Өфө районы Шмидт ауылындағы яңы шәп белем усағында уҡый ул. Егәрле, ихлас малай өйҙәрендә лә бик ярҙамсыл. Күҙ теймәһен үҙенә!
Фотолар ғаилә архивынан алынды.