+17 °С
Облачно
VKOKМакс

Самираның ялы

Самира Ишҡабулова - Учалылағы 3-сө лицейҙың  II синыф уҡыусыһы. Әле Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәгән ҡартатаһы менән ҡәртәсәһендә ял итә. 

Самираның ялыСамираның ялы
Самираның ялы

Уға был ауылда ныҡ оҡшай.  Айгөл инәһенең ҡыҙы Камилла ла Екатеринбург ҡалаһынан килгән икән. Икеһенә лә ауылда ныҡ күңелле.  Туйғансы велосипедта йөрөйҙәр. Бергәләп төрлө уйындар уйнап алалар. Өлкәндәр менән яҡынға ғына урманға ла барып ҡайталар. Эҫе көндәрҙә урам эсендә генә ҡуйылған бассейнда һәм Һаҡмар йылғаһында йөҙәләр.

- Ауылда рәхәт! Туйғансы йоҡлайбыҙ, ҡартәсәйем бешергән тәмлекәстәр менән һыйланабыҙ. Тик каникулыбыҙ ғына  үтеп бара. Тиҙҙән мәктәпкә. Ауылдан һис тә ҡайтҡы  килмәй, - ти Самира.

Шулай инде, саф һауала ял итеүе кемгә оҡшамай икән. Артабан да ялың матур үтһен, Самира!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Хәйбулла районы.

АВТОР фотолары.

 

Самираның ялы
Самираның ялы
Самираның ялы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас