+15 °С
Облачно
VKOKМакс

Дуҫтар, һеҙҙең ҡышҡылыҡҡа миндек әҙерме?

Ә бына  Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының VI синыф уҡыусыһы Ғайсар Мөхәмәтйәнов ҡустыһы, 221-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Алмаз менән  әсәһенә миндек әҙерләүҙә ҡатнашҡан.

Дуҫтар, һеҙҙең ҡышҡылыҡҡа миндек әҙерме?Дуҫтар, һеҙҙең ҡышҡылыҡҡа миндек әҙерме?
Дуҫтар, һеҙҙең ҡышҡылыҡҡа миндек әҙерме?

 Тәбиғәт ҡосағына сығып, ололар менән был эштә ҡатнашыуҙары бик яҡшы инде. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә йәйге матур көндәрен хәтерләп, мунсала рәхәтләнеп сабыныр әле тырыш малайҙар. Мунсала сабыныу ҙа кәрәк. Һаулыҡ — ҙур байлыҡ, тиҙәр бит. Афарин, малайҙар!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас