Әлшәй районы үҙәгендә үткән «Раевка осрашыуҙары» тип аталған билдәле тыуған яҡты өйрәнеү конференцияһында Өфө ҡалаһының 94-се лицейы исеменән, үҙемдең II «Д» класым намыҫын яҡлап, лайыҡлы сығыш яһаным.«Сумаҙандағы музей» номинацияһында мин ысын мәғәнәһендә үткәндәргә сәйәхәт ҡылдым. Үҙем менән совет осорондағы иҫке Яңы йыл уйынсыҡтары коллекцияһын алып килдем. Был күргәҙмә һәр өлкәнгә бала сағын иҫкә төшөрөргә, ә минең тиңдәштәремә үткәндең матурлығына һоҡланырға мөмкинлек бирҙе.Үҙемдең күңелгә үтеп менәрлек сығышым, тарихҡа һаҡсыл ҡарашым һәм туған телгә булған һөйөүем өсөн мин Дипломға һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булдым. Бик шатмын. Йәш тарихсы булараҡ, тарихты өйрәнергә тырышасаҡмын һәм артабан да яңы фәнни үрҙәр яулаясаҡмын. Даниэль ХИСМӘТУЛЛИН. Өфө ҡалаһы.