+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
30 Август 2021, 11:05

Беренсе синыф ҡыҙына

Фәниә ЧАНЫШЕВА

 

Сәстәреңә ҡунған аҡ күбәләк,

Шатлыҡ осҡондары күҙеңдә;

Аҡ алъяпҡыс, аҡ сәскәләр менән

Күбәләккә оҡшаш үҙең дә.

 

Ашҡына ла, талпына ла бөгөн

Леп-леп типкән кескәй йөрәгең,

Оҙатаһың изгеләрҙән-изге

Сабыйлыҡтың һуңғы көндәрен.

 

Юйылмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалыр

Мәктәптәге тәүге көнөңдән,

Яурыныңа күрә йөгөң дә бар –

Һин яуаплы кеше бөгөндән.

 

Илем мөхәббәтен һөйләй һиңә

Аҙым һайын йылы ҡараштар;

Оло юлға оҙатып бара һымаҡ

Үҙең менән йәштәш ағастар!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: