+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
9 Сентябрь 2021, 11:40

Крокодил балалары

Хикәйә

 

Ìàðàò ìåíәí Èëäóñ – äóҫòàð, ñèíûôòàøòàð, áóø âàҡûòòà ãåë áåðãә óéíàéҙàð. Әëå ëә, âåëî­ñèïåäòà óðàìäà éөðөï ÿëҡҡàñ, òûҡðûҡòàí òөøөï Àғèҙåë ÿғû­íà, áîëîíëîҡҡà þë àëäûëàð. Әðәìәëә ìóéûë, ҡàðàғàò ìåíәí һûéëàíғàñ, óéһûóëûҡòàғû áә­ëәêәé ãåíә êүë ÿíûíà êèëåï ÿë èòåðãә óëòûðҙûëàð.
– Балыҡ бармы икән? – тине Марат, һыуға ымлап.
– Әлләсе…
Марат түҙмәне, салбар балаҡтарын тубыҡтан юғары күтәреп күлгә инде.
– Һай икән! – тине ул, аяғы менән һыуҙы болғатып.
– Крокодил балаһы! – тип ҡысҡырҙы кинәт Илдус. – Ана, һыу өҫтөнән башын ҡалҡытты!
Ысынлап та, болғансыҡ һыу-ҙа ниндәйҙер… сәйер балыҡ күренеп ҡалды. Уның йәйенке мороно, күҙҙәре, ауыҙынан күренгән тештәре бәләкәй крокодил башын хәтерләтә ине.
Марат уҡтай атылып сирәмгә сыҡты.
– Уф, ҡотто алдың: был һыу-ҙа… ниндәй крокодил балаһы булһын? – тине үҙе, ярһып. – Ҡайҙа, күрһәт?
– Кире сумды.
– Һе…Йылан булғандыр ул!
– Юҡсы…
Малайҙар бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы.
– Ә бәлки… ул крокодил балаһы йылы яҡтан… ҡоштарҙың тәпәйенә йәбешеп ҡайтҡандыр? – тине Илдус белдекле ҡиәфәттә.
– Ләстит һатма.
– Ышанмайһыңмы? Әйҙә, һыуҙы ҡабат болғатабыҙ! – тине Илдус, Маратты бүлдереп. – Бәлки, тағы күренер?
– Ыһы…
Шул саҡ малайҙар янына көтөүсе Сафа бабай килеп туҡтаны. Ул йәнәшәлә генә үлән утлап йөрөгән аты – Ерәнҡашҡа янына китеп бара ине.
– Нимә булды, егеттәр? – тип ҡыҙыҡһынды ул. – Ни эшләп йөрөйһөгөҙ бында?
– Ошо күлдә… крокодил балаһы бар!
– Баҡа булғандыр әле! – тине Марат, көлөп. – Уның да ауыҙы ҙ-у-р, тик тештәре генә юҡ.
– Яңылышаһың…
– Юҡҡа бәхәсләшмәгеҙ! – тине Сафа бабай етди итеп. – Крокодил түгел, ә суртан балалары улар! Яҙ, Ағиҙел ярҙарынан ташып, тирә-яҡҡа тарал­ғас, балыҡтар ситкә сы­ғып ыуылдырыҡ сәсә…
– Шунан? – тине малайҙар бер тауыштан.
– Һе, билдәле инде… Яҙғы ташҡындан һуң Ағиҙел үҙ ярҙарына кире ҡайта, ә соҡор-са­ҡырҙарҙа бүленеп ҡалған һыу­ҙар көҙгә тиклем кибеп бөтә. Күреп тораһығыҙ, был йыйыл­ған һыуға суртан ыуылдырыҡ сәсеп ҡалдырған булған һәм уның балалары оҙаҡламай…харап буласаҡ.
– Ә нимә эшләргә һуң? – тине Марат эшлекле ҡиәфәт менән.
– Оҙаҡламай һыйырҙарҙы болон яғына ҡыуабыҙ. Малдар үткәс, һыу болғанып бысрана һәм суртан балалары бер ни күрмәйенсә өҫкә ҡалҡып сыға. Һеҙгә тиҙ арала уларҙы йыйып алаһы ғына ҡала.
– Улар тешләмәйме һуң? – тине Илдус, ауыҙын турһайтып.
– Юҡ! – тине Сафа бабай, йылмайып. – Беҙ Фәнәүи ағайығыҙ менән йыл һайын йыйылған һыуҙарҙа бүленеп ҡал-ған суртан балаларын тотоп, Ағиҙелгә ебәрәбеҙ. Быйыл был изге эште һеҙ башҡарырһығыҙ, малайҙар! Хәҙер үк йәйләүгә барып таҙа һыу һалынған биҙрәләр алып килегеҙ, балыҡтар­ҙы шунда йыйырһығыҙ.
Сафа бабай атын тотоп йүгәнләне лә һикереп атланып йәйләү яғына сапты. Малайҙар, велосипедтарына ултырып, бер-береһен уҙырға тырышып уның артынан юл алды.
***
Һыйырҙар йылғаны арҡырыға кисеп, болғатып, болон яғына йүнәлде. Малайҙар ашы­ғып өҫкә ҡалҡып сыҡҡан балыҡтарҙы тотоп силәккә тултыра башланы.
– Йыйығыҙ, йый! – тине Сафа бабай. – Береһе лә ҡалмаһын.
Малайҙар ярыша-ярыша балыҡ сүпләне. Бер аҙҙан һыу өҫ­тө тынып ҡалды.
– Бөттө шикелле! – Марат силәген күтәреп сирәмгә сыҡты. – Әйҙә, һанайбыҙ, кем күпме йыйҙы икән?
– Нисек? Балыҡтарҙы ергә түгәбеҙме ни?
– Юҡ та. – Марат сүгәләп, балыҡтарҙы берәмләп һанап Илдустың биҙрәһенә һалды. – Ун һигеҙ балыҡ!
– Шунан?
– Ә хәҙер кире һанайбыҙ!
Марат берәмләп балыҡтарҙы үҙенең биҙрәһенә күсерҙе.
– Утыҙ бер! – тине ул, һуңғы балыҡты ҡулына алып. Тегеһе, ысҡынырға теләп, туҡтауһыҙ ҡойроғон шапылдатты, өҙлөк-һөҙ ауыҙ аша һауа һуланы. – Ысынлап та… крокодил балаһына оҡшаған шул: тик аяҡтары ғына юҡ.
– Әйттем бит!
– Ярар, ярар, – тине Марат, балыҡты биҙрәгә һалып. – Ун һигеҙ балыҡ тотҡанмын. Ә һин… ун өстө генә!
– Бер сама инде.
– Әйҙә, тиҙерәк Ағиҙелгә ебәрәйек! – тине Марат, ҡәнәғәт йылмайып. – Йөҙһөндәр рәхәтләнеп!
– Киттек…
Малайҙар биҙрәләрен тотоп Ағиҙел яғына йүгерҙе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: