+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
21 Сентябрь 2021, 10:35

Яралы ҡурай

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА

 

Хикәйә

Йәй еттеме, Айназ ауыл­ға өләсәһенә ки­лә. Йәнәһе лә, cәхнә­ләрҙән арып, бер аҙ ял итә. Бәләкәй генә баланың ниндәй концерттары булһын, тиерһегеҙ. Уны ҡалала «бәләкәй әртис» тип беләләр. Гармунда ла уйнай, ҡурайҙа ла һыҙҙыра, дәртләнеп таҡмаҡтарын да яуҙыра, өҙҙөрә баҫып бейеүе менән дә халыҡты таң ҡалды­ра. Бер мәл шулай «Ҡарға бут­ҡаһы» байрамында әсә­һе ике йәшлек Айназды йомошсо малай ролендә сы­ғара. «Улым, инәйҙәр, апай­ҙар, ҡунаҡтар килә, һин, ҡунаҡтар килә, тип ҡыс­ҡырып әйт, шә-ә-әп итеп ҡысҡырып әйт, йәме», – тип бер нисә тапҡыр ҡабатлата. Мейеһенә һеңдергән һүҙҙәрҙе һүҙмә-һүҙ еткерергә тырыша Айназ:
– Инәйҙәр, апайҙар, ҡунаҡтар килә! Шә-ә-әп итеп... ҡунаҡтар килә!
Тамашасылар, ысынлап та, шәп итеп ҡунаҡтар ки­лә, тип уйлағандыр, моғайын, ә был өйрәтеүҙең ғиллә­һен аңлаған әсәһе аҙаҡ эс­тән генә рәхәтләнеп көлә.
Байрам булһынмы йәки баш ҡаланан ҡунаҡтар кил­һенме, малайҙы тамашала ҡатнаштыралар. Гел сәхнәлә йөрөй торғас, оҫтарып та алды. Бер мәл Айназды һаулыҡтары сикләнгән балалар алдында концерт ҡуйырға саҡыралар. Ҙур иркен залдарҙа, күмәк халыҡ алдында һөнәрен күрһәтергә яратҡан «йәш әртис»:
– Шулай әҙ генә кешеләр алдында бейейемме ни? Үҙҙәре лә ҡыҙыҡ ҡына­ларсы... – тип ысҡындыра.
Әсәһе тәүҙә баҙап ҡала, ләкин тиҙ генә үҙен ҡулға алып, уны бер яҡ ситкәрәк саҡыра ла:
– Улым, был балалар ауырый. Ләкин улар йыр-моңдо ярата. Әҙ генә дәрт һалһаң, йөҙҙәрендә йылмайыу, нур сатҡылары күренә башлай. Бер аҙға ғына булһа ла онотолалар.
– Ысынмы, әсәй? Йырлаһаң, төҙәләләрме? – тип төпсөндө Айназ.
– Һауығалар шул, балаҡайым.
– Әтеү, ауырыуҙары тиҙ бөтһөн тип, мин тырышып-тырышып йырлармын, йәме.
Ошо хәлдән һуң Айназ ҡайҙа һәм кемдәр алдында сығыш яһауға ҡарамаҫтан, йөрәк йылыһын һәр тамашасыға еткерергә тырышты.
Бына әле ул ауылға ял итергә ҡайтты. Тәүге көндәрҙә үҙенән олораҡ иптәше Рәфил менән урам ҡыҙырып сыға. Осраған һәр кешегә әллә ҡайҙан һөрән һалып һаулыҡ һорашыуын олоһо ла, кесеһе лә ҡыҙыҡ күрә. Сөнки Айназ өләсәһенең: «Ҡолонсағым, күпме кешенең һаулығын һорашһаң, Хо­ҙай Тәғәлә үҙеңә лә шунсама һаулыҡ бирер. Иҫәнләшеү – ул күңелеңде таҙартыу, үҙеңә именлек теләү», – тигән аҡыллы һүҙҙәрен күңеленә һеңдереп үҫкәйне.
Шуға ла малай юлында күберәк халыҡты осратыр­ға теләй, йәнәһе, бихисап кеше менән иҫәнләшәм дә оҙаҡ йәшәйем, тип уйлай.
Айназ донъяһын онотоп, көнө буйы уйнап арый ҙа иртәгеһен төшкә тиклем йоҡлай. Ә бөгөн ни өсөндөр иртүк уянды.
– Һай-һай, ҡояш тупһа аҫтынан килеп ҡалҡмаһын, бөгөн улым иртәләгән икән. Иртә торған иркен йәшәр, ирәйеп йәшәрһең, балаҡайым.
Тамаҡ туйҙырып алғас, урамды байҡап инде. Тегендә һуғылды, бында ултырҙы. Аяҡ аҫтында урал­ған бесәйҙәй, иркәләнеп өләсәһе янында өйрөлдө.
Хәфизә инәй тәүҙәрәк, бала әсәһен һағынғандыр, килер көнө еткәс, ваҡыт үткәрә алмай аҙапланалыр, тип уйлағайны. Балтаһы һыуға төшкән ейәненең кәйефен нисек күтәрергә икән, тип баш ват­ҡанда телефондан ҡурай тауышы яңғыраны. Әсәһенең шылтыратыуын күргән Айназ йәһәт кенә алып, тәтелдәп хәбәрен теҙҙе. Һүҙ араһында ейәненең тыуған көнө икәнлеге өләсәһенең келт итеп иҫенә төштө.
– Әй, әттәгенәһе, хәтер тигәнемде әйтәйем, – тип ейәненең ҡолағынан биш тапҡыр шаяртып ҡына тартты ла һүҙен ослап ҡуй­ҙы. – Тыуған көнөң менән, ҡолонсағым. Хәҙер сумкаларын тултырып әсәйең ялға ҡайтып төшөр инде. Бә-ә-әй, ҡана, байрамға тәмле бәлеш бешерә һалайым.
– Өләсә-ә-ә-й, тыуған көнөм икәнлеген баянан бирле нисек әйтергә белмәй йөрөгәйнем.
– И-и-и-и, ейәнемде! Булмаһа, бер аҙ уйнап тор. Хәҙер бәлеш тә, яратҡан сөсө икмәгеңде лә бешерермен.
Ауылда инәйҙәр һәр саҡ уларҙың өйө алдындағы эскәмйәлә йыйылып, рәхәтләнеп сөкөр­ҙәшергә ярата. Бөгөн дә йыйылмағандармы икән, тип Айназ ҡапҡа төбөнә сыҡты ла инәйҙәрҙе күреп, йөҙө балҡып китте. Малайҙың һәләтен белгән өлкәндәр уны шәйләү менән таҡмаҡтарын яуҙыра ла башланы. Шуны ғына көткәндәй, Айназ дәртләнеп аяҡтарын тыпырлатырға, яурындарын һикертергә тотондо.
– Йә, улым, шундай көй­ҙө әрәм итмәсе! – тип Мәрйәм инәһе уны ҡеүәтләп ебәрҙе.
Ғәйникамал инәһе:
– Ҡартатайыңа оҡшатып, дөңкөлдәтә баҫып, йөрәктәрҙе елкендереп, инәй­ҙәреңдең күңелен күр әле, – тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп ҡуйҙы.
Малай йылы һүҙҙәргә иреп, инәлтеп тормайса ихласлап бейей башланы.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ауыл кешеләре тамашаны күреп, йәһәт кенә түңәрәк яһаны. Һыуҙан ҡайтып килеүсе һылыуҙар, ауыр биҙрә көйәнтәләүҙәрен дә онотоп, туҡталып ҡараны. Бесәнселәр ҙә арбаларында ҡырын ятып, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, малайҙың йырын тыңланы. Олораҡтар өй алдындағы эскәм­йәгә ултыра. Күрше Вәлимә инәйҙең ҡалала йәшәгән улы иҫке өйөн ҡутарып, йәтеш кенә йорт һалғайны, шунан ҡал­ған бер-ике бүрәнә нигеҙ төбөндә күләгәлә ята. Эҫе көндә ҡояш­тан йәшенеп, инәйҙәр шунда урын ала, әле лә ҡайһы берәүҙәре барып ултырҙы. Бәләкәй балалар, берен-бере этә-төртә, түңәрәктән алғараҡ сығып баҫты. Ҡыйыуыраҡ, дәртлерәктәре ҡулдарын бөйөргә ҡуйып, Айназ бейегәндә уның кеүек хәрәкәттәр яһап маташты.
Ололарҙың таҡмаҡтары бөтөүгә йәш бейеүсенең үҙенең таҡмаҡтары әҙер ине. Ҡулдарын йәйеп, аяҡтарын кирә баҫып, кәү­ҙәһен артҡа табан ҡайҡайта биреп, шаян таҡмаҡтарын яуҙырҙы.
Урамда йыйылған халыҡты күреп, өләсәһе хафаланып килеп сыҡты. Оҙон керпектәрен елпелдәтеп, күҙендә осҡон сәсрәтеп, ихлас йылмайып йырлап-бейеүсе малайҙы күреп, йөрәгенә йылы йүгерҙе. Элекке йола буйынса бейеүсегә аҡса ташлай­ҙар. Ана, әле лә инәйҙәр кеҫәләренән тәңкәләр сы­ғарып, малайҙың аяҡ аҫтына һипте.
– Әй, әүрәткес! Мин бит мейескә бәлеш ултырт­ҡайным, усаҡҡа сөсө икмәк күмгәйнем. Донъямды онотоп ултырам дабаһа! – тип Хәфизә инәй еңел кәүҙәһен елпелдәтеп, өтәләнеп, өйгә ашыҡты.
– Ейәнемдең тыуған көнө, ҡыҙым ҡайтҡансы, күрше-тирәм йыйылғанда, бер һылтауҙан, сәйгә са­ҡырайым әле. Һәр бере­һендә аят ашында булдым...
Кисә генә һыйыры бы­ҙаулағайны, ыуыҙ һөтөнә ҡоймаҡ ҡойоп алды. Аш-һыуға оҫта Хәфизә инәй, ҡоро сәй булмаһын, тип йәһәт кенә бутҡа бешереп, һыуынмаһын өсөн өҫтөн сепрәк ашъяулыҡ менән ҡап­ланы ла йәнә урамға сыҡты.
Айназ кәртә башынан өләсәһенә ҡул болғаны:
– Өләсәй, бынан автобус килгәне күренә, әсәйемде ошонан ҡарайым, йәме.
– Ярар, ҡолонсағым!
Ул сыҡҡанда халыҡ таралған, әммә күләгәлә оҙаҡ йылдар ҡатышып йәшәгән ут күршеһе менән ике әхирәте сөкөрҙәшеп ултырыуын күреп ҡыуан­ды.
– Әй, күршеләрем, ейәнемдең тыуған көнөндә, әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ.
– Һау-сәләмәт, тәүфиҡлы булһын инде балаҡай.
– Ырыҫлы, бәхетле бул­һын!
– Теләктәрегеҙ ҡабул бул­һын, әхирәттәр. Кисә генә һыйырым быҙаулағайны, исемдең дә ниндәйен тапты бит ул! Маңлайында йондоҙо бар, «Йондоҙ» булһын, ти. Өйҙә ҡартымдың һуғыштағы батырлыҡтары өсөн бирелгән йондоҙҙары балҡыһа, йорт-ҡурамды балҡытыу­сы Йондоҙ ҙа бул­һын әле, тип уйланым. Тағы ла, ейәнем әртис-йондоҙ булып китһен, тип теләк теләнем.
Күршеләр күңелле хәлдәр һөйләшеп, бәлеште, табындағы һыйҙы маҡтай-маҡтай ашаны.
– Һаумы, улым. Тыуған көнөң менән!
Айгиз әсәһе менән апа­һын күреүгә, бесән буйлап шыуышып төштө.
– Мин дә ҡотлайым һи­не, туғаным, футбол уйнар­ға яратаһың да инде, бына һиңә бүләгем, – тип Наҙлыгөл ҡустыһына туп тотторҙо.
– Ура-а-а! Бөгөн малай­ҙарға маҡтанам инде!
– Уныһын булдырырһың. Әйҙә, улым, бергәләп тыу­ған көн сәйе эсеп алайыҡ.
– Өйҙә инәйҙәр ашап ултыра инде, мин уларға концерт ҡуй­ҙым, күп аҡса бир­ҙеләр. Әсәй, ул аҡсаға ни­мә алырбыҙ икән? – тип тәтелдәне улы.
– Башта өйгә инәйек, инәй­ҙәргә тыуған көн күстәнәстәрен ауыҙ иттерәйек, шунан һөйләшербеҙ, килештекме?
– Ы-һы-ы.
Ҡаланан ҡайтҡан тәм-том менән тағы ла берәр каса сәй эскән инәйҙәр, рәхмәттәрен уҡый-уҡый, доға ҡылды.
Айназ да өләсәһе кеүек әпәр итте.
– Улым, әпәр иттең дә ул, ә мин бүләгемде тапшырманым бит әле, – тип әсәһе ситтәре милли биҙәктәр менән семәрләнгән ағас һауыт һондо.
Бөтәһе лә дүрт күҙ менән серле һауытҡа төбәлде. Айназ ни икәнен һиҙҙе, шунда уҡ эсенән ҡурайҙы килтереп сығарҙы ла ирененә терәне.
Өләсәһе ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә өлгөрмәне, шуҡ малай ҡурайҙа һыҙҙыртып ебәрҙе.
– Ҡыҙым, анауы ҙур рам­ға ҡуйылған фотолар артынан төргәкте алып бирсе.
– Был яралы ҡурайҙы ҡартым һуғыштан алып ҡайтты, – тине өләсәйҙәре. – Һуғыш тамамланыр алдынан ғына ҡурайсы дуҫы дошман танкыһы аҫтында батырҙарса һәләк була. «Кистәрен уның уйнағанын тыңлап, тыуған яҡ­тарҙы иҫләй тор­ғайныҡ, ҡайһы берәүҙәр ҡушылып йырлап та ала ине. Һуңынан ҡурайын табып алдыҡ, ҡуйынынан ситкә ырғы­ған­дыр, күрәһең, сатнап бөткән ине», – тип һөйләне. Ҡайтҡас, ҡартатайың ошо ҡурайҙы яра бәйләгәндәй, ҡайһы бер урындарын урап, ялғап, ҡоршап ҡуй­ҙы. «Батыр яуҙа ҡалды, ҡурайы уның данын таратыр­ға ҡайтты», – тип гел генә 9 Май байрамында ҡулына алып, патефонға табаҡсанан ҡурай көйөн ҡуя ине, – тип хәтирәләргә төшөп китте Хәфизә инәй һәм ҡыҙына ҡараны:
– Ҡыҙым, хәтерләйһеңме, һин ҡурай көйҙәре яҙылған табаҡса алып ҡайт­ҡас, атайың нисек ҡыуанғайны?!
Өләсәһен бүлдереп, ейәне телгә килде:
– Өләсәй, ҡайҙа уйнап ҡарайым әле.
Малай ҡурайҙа уйнауға ҡолаҡҡа ятышһыҙ моң ишетелде.
– Эй, тауышы ҡалай йәм­һеҙ сыға, – тип Айназ уйнауҙан туҡтаны.
Өләсәһе ейәненең башынан һыйпаны ла яғымлы тауыш менән:
– Э-э-эй, балам, һуғыштан яраланып ҡайтҡан ҡурайҙың тауышы шулай сыға инде. Ул бит яу хәтирәләрен һаҡлап, һыҡтап көйләй. Иншалла. Оҙон тамырлы ағас оҙаҡ йәшәй, беҙ­ҙең нәҫелдең тарихын ҡурай моңдарың аша киләсәк быуынға еткерергә насип булһын! Уйна, балам! Ҡартатайыңа, уның дуҫына, беҙгә – йәшәү, еребеҙгә – азатлыҡ, хал­ҡыбыҙға ирек бүләк иткән яугирҙәргә ҡоралың дан йырлаһын!
Тауышы көслө булмаһа ла, баланың күңеленән урғылған ҡурай моңо өйгә таралды.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: