+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
6 Апрель 2022, 15:40

Яҙ һулышы

 

Иҫәндәргә тағын яҙҙар килде,

Ер уянды тәрән йоҡонан.

Бар тәбиғәт яңы һулыш алды,

Ысҡынғандай ҡаты тотҡондан.

 

Ерҙең битен йыуып ләйсән ямғыр үтте,

Ер һелкетеп йәшен йәшнәтеп.

Эй,Хоҙайым, ниндәй ҡөҙрәт һиндә!

Ожмахмы был әллә йәннәтең!

 

Яҙҙар менән бергә наҙҙар килә

Ҡоштар ҡанатына һағылып.

Ер биҙәлә аллы-гөллө нурға,

Йәйғор төҫтәренә манылып.

 

Ҡайын бөрөләре морон төртә,

Үҙ һутына үҙе тулышып.

Һабантурғай үрләй зәңгәр күккә

Йылы елдәр менән уҙышып.

 

Умырзая баға күк ҡабағын асып,

Эй,наҙлана Ҡояш нурында.

Күңелдәрҙә өр-яңы йыр тыуа,

Һандуғаслы яҙҙар турында.

 

Р. ИБРАҺИМОВА.

Фото:https://www.culture.ru/storage/images/9f

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: