+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мин ғашиҡмын

Рәшит НАЗАРОВ

 

Мин ғашиҡмын,
Ғашиҡтарға
Мин ғашиҡмын мең тапҡыр.
Юлдарымда мине һәр саҡ
Ғашиҡ моңо оҙатыр.

 

Мин тыуғанда, ғашик булып,
Ҡояш баҡҡан илемә,
Ғашиҡ сәғәт ғүмеремдең
Тәү секундын теленә

 

Урап ҡуйған…
Һәм шул мәлдән
Мин дә ғашиҡ мәңгегә, —
Уңған башаҡ тулҡынына,
Болондағы һәр гөлгә.

 

Мин ғашиҡмын был донъяның
Серенең дә серенә,
Тормош сәскәһенә осҡан
Һеркәләрҙең беренә, —
Мин ғашиҡмын Еремә!

 

Мөхәббәттән тыуған кеше,
Мин дә шул утта янам.
Хистәремде тупрағыма
Бураҙна итеп һалам.

 

Мин ғашиҡмын,
Мин ғашиҡмын,
Мин ғашиҡмын мең тапҡыр.
Ғүмеремде, осҡон сәсеп,
Ғашиҡ моңо оҙатыр.

 

Фото: https://s1.1zoom.ru/big7/49

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: