+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Апрель 2022, 14:55

Ҡыҙыма

 

Тормошомдо гөлгә күмеп,

Үҫеп килә ҡыҙғынам.

Тик бәхеттән генә торһон,

Балам, барыр юлғынаң.

 

Йәйғорҙай сағыу бала саҡ

Хоҙайым насип итһен.

Үҫеп-буйға еткәнеңдә

Яҡты киләсәк көтһөн.

 

Йөрәгемдең бар йылыһын,

Күңелемдең бар нурын

Һиңә генә еткерәмен,

Тик бәхетле бул, ҡыҙым!

 

Юлиә КИРӘЕВА.

Фото: Самира Кирәева.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: