+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
27 Апрель 2022, 13:25

Ләйсән

Мостай КӘРИМ

 

Бөтә ил буйынса ләйсән үтте…
Әле бына, тик таң алдынан,
Һуңғы болот ҡанат ҡағып китте, -
Ынйылары сәселеп ҡалдылар.
 
Алпан – толпан баҫып уҙып барам
Быуҙар бөркөп ятҡан ҡыр аша.
Ҡояш ҡалҡа. Алтын ерем минең
Алтын офоҡтарға тоташа.
 
Мин, эйелеп, нисәнсе ҡат инде
Тупраҡ алып ҡыҫам усыма,
Ерҙең ҡара һуты беләк буйлап
Ағып төшә терһәк осома.
 
Табаныма йәбешә йылы балсыҡ,
Ишетәм төҫлө уның һүҙендә:
«Һин йәшәрттең мине, һин, игенсем,
Миндә тамыр йәйсе үҙең дә!».
 
Бөрөләрҙең хуш еҫтәрен тоям,
Үткән саҡта урман буйҙарын.
…Ошо яҙғы аяҙ көн шикелле,
Тыныс булһа ине уйҙарым…
 
Уйҙар тыныс түгел. Ишетһәм дә
Ерҙең иркен һулыш алғанын,
Онота алмайым тыуған тупрағымдың
Ут эсендә дөрләп янғанын.
 
Онота алмайым: ерем менән бергә
Фашист пуляларын татыным.
Дошман йөҙөн һүрәттәрҙән түгел
Прицел аша ҡарап таныным.
 
Онота алмайым шаулы океандың
Алыҫ төнгө ярҙы йыуғанын,
Аҡ куңелле ҡара Робсон илен
Ҡара йөрәктәрҙең быуғанын.
 
Һәм ҡушырға теләй улар һөрөм
Океандың саф, тыныс еленә,
Мәйет еҫе таратырға теләй
Донъяға һәм минең илемә.
 
… Миндә башҡа хыял. Ул яуыздар
Өлгөргәнсе ерҙе яндырып,
Еткерербеҙ бөтә планетаға
Тыныслыҡтың ләйсән ямғырын.
 


1950 йыл.

Фото:https://otvet.imgsmail.ru/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: